25 Мар

Положение М_н_ж_т



“Иман асҡысы – мөнәжәт” район бәйгеһе Положениеһы

 

Ислам ҡанундары халҡыбыҙҙың әҙәп-әхләҡ ҡалҡаны булып торған. Мөнәжәт – ислам тәғлимәттәрен нәфис һүҙгә теҙеп әйтелеүсе көйлө доға.

Мөнәжәт,вәғәздәр,нәсихәттәр аша йәшәйешебеҙгә әҙәп-әхләҡ таратыу һәм халҡыбыҙҙың боронғо йола-традицияларына һөйөү тәрбиәләү маҡсатында мөнәжәттәр,нәсихәттәр, вәғәздәр һөйләү буйынса район бәйгеһе иғлан ителә.

 

Ойоштороусылар:

“Рәис” Иҫәнғол ауыл мәсете;

Район башҡорттар ҡоролтайы идараһы;

Район ҡатын-ҡыҙҙар советы;

— “ Ағинәйҙәр ҡоро.

Бер-беребеҙгә булған күңелдәге ихтирамды белдереү, ил-йортобоҙға бәрәкәт теләү, кешеләргә иман,сабырлыҡ һорау, сәләмәт, айыҡ тормошҡа әйҙәү бәйгенең төп темалары булып тора.

Конкурста 16 йәшкә тиклемге балалар һәм 16 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар,ир-егеттәр ҡатнаша алалар.

 

Үткәреү урыны һәм ваҡыты: район китапханаһы, 15 декабрь,

сәғәт 10.00.

Белешмәләр өсөн телефон: 2-10-06 (Нәзирә Фәтхислам ҡыҙы Кәримова)

89273212717 (Нурия Мөхтәр ҡыҙы Ҡунысбаева)

 

 


Внимание, только СЕГОДНЯ!

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *